Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттарының 64 проценты коронавирус менән ауырыған

Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы 107 депутаттың 68-е йәки 64 проценты яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыған. Был хаҡта Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев белдерҙе.

«Депутатттар даими рәүештә халыҡ менән аралаша, шуға уларҙың күптәре – 68 кеше – COVID-19 менән сирләгән, – тине Толкачев. – Иммунизация был тенденцияны ҡырҡа үҙгәртер тип иҫәп тотабыҙ. Бөгөнгә коронавирус менән ауырымаған йә иһә күптән ауырыған депутаттарҙың күбеһе вакцинация үткән. Әлеге ваҡытта 65 депутат прививкаланған».

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы секретариаты хеҙмәткәрҙәре араһында ауырығандар аҙыраҡ, ә хеҙмәткәрҙәрҙең 70 проценттан ашыуы вакцина яһатҡан.

Константин Толкачев һүҙҙәренсә, йоғошло сирҙәр менән көрәштә кешелек вакцинацияға ҡарағанда һөҙөмтәлерәк бер нимә лә уйлап тапмаған.

«Прививкалар кешеләрҙе сәсәк, холера, ҡыҙылса һәм башҡа хәүефле сирҙәрҙән ҡотҡарҙы. Ҡайһы бер йәштәр прививка эшләткәнсе, коронавирус менән ауырып, тәбиғи иммунитетҡа эйә булыу яҡшыраҡ тип иҫәпләй. Был яңылыш фекер, — тип белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе. — Беренсенән, сирҙән һуң даими иммунитет барлыҡҡа килмәй, күпмелер ваҡыттан һуң кеше йәнә ауырып китергә мөмкин. Икенсенән, вирус йыш ҡына өҙлөгөүгә, һаулыҡ менән бәйле проблемаларға килтерә. Организмдың прививкаға ҡыҫҡа ваҡытлы реакцияһы сирҙең ауыр эҙемтәләре менән сағыштырғанда бер нәмә лә түгел».
https://www.bashinform.ru/news/1622491-koronavirusom-pereboleli-64-protsenta-deputatov-gossobraniya-bashkirii/  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть