Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән

Йәмғиәт

Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән: әгәр 2018 йылда шул сәбәпле 211 кешенең ғүмере өҙөлһә, 2019-ҙа – 104, ә 2020-лә – 73. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте. «Тимәк, беҙҙең алкоголгә ҡаршы кампания һөҙөмтәле. Спиртлы эсемлектәр менән рөхсәтһеҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш сараларын көсәйттек – бер йылда 4 мең литр ялған хәмерҙе һатыуҙан алдыҡ. Кисен һәм төндә магазиндарҙа иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйҙыҡ. Яңы йыл каникулдарында, һабантуйҙарҙа, «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә «ҡоро закон» индерәбеҙ. «Айыҡ ауыл» конкурсын уҙғарабыҙ. Республикала йәшәүселәр миңә йыш яҙа, рәхмәт әйтә. Статистика ла беҙҙең яҡта. Шуға күрә ялған алкоголгә ҡаршы көрәште дауам итәбеҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/1622478-v-bashkirii-sokratilas-smertnost-ot-otravleniy-alkogolem/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть