Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

27 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров «Сириус» үҙәге етәксеһе Елена Шмелева менән осрашты

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Сириус» үҙәге етәксеһе һәм Дөйөм халыҡ фронты штабы рәйестәше Елена Шмелева менән осрашты. Ултырыш  «Торатау» конгресс-холында үтте.

Осрашыуҙа башлыҡ хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов, Федерация Советында Башҡортостан Республикаһынан сенатор Лилиә Ғүмәрова һәм башлыҡтың фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов ҡатнашты.

Ултырышта ҡатнашыусылар Башҡортостанда белем биреү мөмкинлектәре һәм йәш һәләттәргә ярҙам күрһәтеү хаҡында фекер алышты. Елена Шмелева республика башлығы етәкселеге аҫтында Башҡортостанда таланттарҙы үҫтереүгә, төрлө йүнәлештәге белгестәрҙе тотоп ҡала алған мөхит булдырыуға йүнәлтелгән программаларҙы формалаштырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан эксперт советының һөҙөмтәле эшләүен билдәләне. Фән тураһында ғына һүҙ бармай, бында спорт та, сәнғәт тә, мәҙәниәт тә бар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республиканың «Сириус» үҙәге менән мөнәсәбәттәре яҡшы, ләкин өлгәшелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалмай, яңы кимәлгә сығыу мөһим. Өфөлә «Аврора» үҫтереүсе үҙәге эшләп килә. Әммә һәләтле йәштәр Өфөлә генә йәшәмәй, республиканың башҡа ҡалаларында ла ошондай үҙәктәр асырға кәрәк.

Елена Шмелева юғары кластерҙа төҙөлгән һәм «Сириус»ҡа тапшырылған олимпия объекттарында спорт әҙерлеге үҙәктәре асыласағын белдерҙе. Унда Башҡортостан йәштәре лә килеп шөғөлләнергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1622101-radiy-khabirov-vstretilsya-s-rukovoditelem-tsentra-sirius-elenoy-shmelevoy/    

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Сириус
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть