Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

27 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Орлан» поезы Өфө — Ырымбур маршрутын һынап ҡараны

Иҡтисад

«Орлан» поезы Өфө — Ырымбур маршрутын һынап ҡараны, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан. РА-3 рельслы автобусы 409 саҡрым араны алты сәғәттән аҙыраҡ ваҡыт эсендә үтте. Маршрут Дим, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау станциалары аша үтеп китә. Маршрут биләмәһендә 2,3 миллион кеше йәшәй.

Маршруттың өстән ике өлөшө (262 саҡрымы) Башҡортостандан үтә. Тиҙ йөрөшлө «Өфө — Күмертау» поезы 2 апрелдә рейсҡа сыҡты. Аҙаҡҡы станцияға тиклем юл хаҡы — 600 һум самаһы.

Тимер юлсылар уны Ырымбурға хәтлем оҙайтырға тәҡдим итте. Һынау йомғаҡтары буйынса яңы төбәк-ара маршрут ойоштороу мөмкинлеге тураһында мәсьәлә Башҡортостан һәм Ырымбур властары ҡарамағына сығарыла.  

Ә автомобилдә Өфөнән Ырымбурға ете сәғәт барырға кәрәк, яҡынса 30 литр яғыулыҡ талап ителә.

«Орлан»да сәйәхәт итеү үҙенсәлектәре хаҡында бында уҡырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1621776-poezd-orlan-protestiroval-marshrut-ufa-orenburg/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: тимер юлы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть