Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

27 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Ҡуштау, Торатау һәм Йөрәктау шихандары тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау зонаһына индерелде

Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау зонаһын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Тейешле документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми интернет-порталында баҫылған.

Башҡортостанда «Ҡуштау», «Торатау», «Йөрәктау», «Ҡарлыман мәмерйәһе», «Туғар-Һалған күле», «Охлебинин мәмерйәһе» һәм «Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы» тигән һаҡлана торған зоналар барлыҡҡа килә. Бындай зоналарҙы булдырыу махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен хәүефле антропоген йоғонтонан һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелгән.

Документта һаҡлана торған зоналар тураһында тейешле положениелар раҫланған, атап әйткәндә, ошо биләмәләрҙә тыйылған һәм рөхсәт ителгән эштәр һанап сығылған.

Тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау зонаһы тураһында положениеға ярашлы, ер аҫтында геологик тикшеренеү, файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм сығарыу, быраулау, капиталь төҙөлөш объекттарын төҙөү, һунар итеү һәм башҡа эштәр тыйыла.

https://www.bashinform.ru/news/1621849-v-bashkirii-shikhany-kushtau-tratau-i-yuraktau-vklyuchili-v-okhrannuyu-zonu-pamyatnikov-prirody/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть