Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

27 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров республикабыҙ спортсыларының Олимпиадала ҡатнашыуын ғорурлыҡ тип атаны

Спорт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы республика халҡына сикһеҙ ғорурлыҡ кисереүен белдерҙе. Республика спортсыларының Токиола йәйге Олимпиадала ҡатнашыуын тап шулай тип атаны.

«Башҡортостан спортсылары — Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Токиола Олимпия уйындарында! Республикабыҙ өсөн был — ҙур мәртәбә һәм ғорурлыҡ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Японияла Башҡортостан исеменән биш атлет сығыш яһай: рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин, ишеү слаломы Алһыу Миназова, ишеү Варвара Баранова һәм Александр Сергеев.

Спортсыларыбыҙ тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — «Башинформ» агентлығының махсус проектында.

https://www.bashinform.ru/news/1621796-radiy-khabirov-nazval-vystuplenie-sportsmenov-iz-bashkirii-na-olimpiade-povodom-dlya-gordosti/  

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть