Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

27 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда уҡытыусыларға ҡытлыҡ күҙәтелә

Йәмғиәт

Республикала педагогия хеҙмәте баҙарында ҡытлыҡ күҙәтелә, 1500 уҡытыусы етешмәй. Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше, «Сириус» мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелева һәм колледж етәкселәре менән осрашыуҙа ошо турала белдерҙе. Шуға бәйле уҡытыусыға йөкләмә арта, ул яҡынса 1,5 ставка тәшкил итә, тине Хажин.

Министр һүҙҙәренсә, Башҡортостан урта һөнәри белем биреү учреждениелары һаны буйынса бишенсе урынды биләй. 96 колледж 136 белгеслек һәм 90-100 эшсе һөнәрҙәр буйынса әҙерлек башлай.

«Беҙ матди-техник базаны яңыртабыҙ. «Йәш профессионал»дар проекты сиктәрендә заманса оҫтаханалар асыла. Быйыл уларҙың һаны 67-гә етергә тейеш», — тип һөйләне Айбулат Хажин.
Шмелева билдәләүенсә, хәҙер төп бурыс — белем алыу мөмкинлеген киңәйтеү һәм уҡытыусыларға ҡытлыҡты кәметеү. Быны төп университеттар менән модулле программалар иҫәбенә эшләргә мөмкин.

Хәҙер, Елена Шмелева һүҙҙәренсә, интеграциялы уҡытыу — һөнәр алды программалары талап  ителә. Һүҙ эш биреүсенең һәм мәғариф учреждениеһының партнерлығы, индустриаль партнерҙарҙың ресурстары менән файҙаланыу тураһында бара.

«Белем биреү учреждениеларының һәм предприятиеларҙың партнерлыҡ мөнәсәбәтен индерергә тәҡдим ителә. Бөгөн беҙ лицейҙарҙа һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында ошондай миҫалдарҙы күрҙек», — тине Елена Шмелева.

https://www.bashinform.ru/news/1621685-v-bashkirii-nablyudaetsya-defitsit-pedagogicheskikh-kadrov-/  

Вероника Ниғмәтуллина
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть