Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ужым ашлығының уңышы ярауайҙарҙан өстән бер өлөшкә юғарыраҡ

Иҡтисад

Башҡортостанда урып-йыйыу эше киң ҡолас менән бара. Республиканың 40 район хужалығы — ужым ашлығын, 26-һы яҙғы культураларҙы йыйыу менән мәшғүл. Дөйөм алғанда, 146 мең гектар майҙанда ашлыҡ сабылған, 224 мең тоннанан ашыу яңы уңыш игене һуғылған. Ужым ашлығының уртаса уңышы – гектарынан 18,2 центнер, бөртөклөләрҙең һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлыларҙың иһә гектарынан 12,6 центнер.

Саҡмағош районында 30 центнерға яҡын ужым ашлығы йыялар, Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында — гектарынан 25 центнер.

Ярауайҙарҙың мул уңышы — Өфө районында: гектарынан 20,1 центнер.

Быйылғы уңыш өсөн бөтәһе 3 миллион гектар сәселгән, шуның 1,74 миллион гектары — бөртөклөләр һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлылар. Ужым игене 363 мең гектарҙа сәселгән.

https://www.bashinform.ru/news/1621423-v-bashkirii-urozhaynost-ozimykh-zernovykh-na-tret-vyshe-yarovykh-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть