Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

27 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгендә «Һөт кухня»һы продукттарын алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

Иҡтисад

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге офистарында «Һөт кухня»һы продукттарын бушлай алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенән.

«Алыҫ райондар өсөн льгота юллау ябайыраҡ һәм тиҙерәк. Хәҙер республикала йәшәүселәр белешмәләр алған урында ғариза яҙырға мөмкин. Был уларға һис тотҡарлыҡһыҙ документтар тапшырырға мөмкинлек бирә», — тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Аҙ тәьмин ителгәндәр иҫәбенән бала имеҙгән әсәләрҙең һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән граждандар категорияһына ҡараған ғаиләләрҙәге өс йәшкәсә балаларҙың һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙың ҡоро ҡатышмаларҙы, һөт продукцияһын бушлай алыу хоҡуғы бар.

Быға тиклем документтарҙы «Һөт кухняһы» учреждениеһының махсус пункттарында ғына алырға мөмкин ине. Хәҙер быны Күп функциялы үҙәктең барлыҡ офистарында эшләргә мөмкин.

«Күп функциялы үҙәк белгестәре хеҙмәт күрһәтеү буйынса уҡып сыҡты. Улар халыҡҡа консультация бирергә, «Һөт кухняһы» продукттарын алыу һәм уны оҙайтыу өсөн килешеү төҙөргә тейеш. Граждандарға ғаризала күрһәтелгән почта адресы буйынса яҙма формала ҡарар тураһында хәбәр ебәрелә», — тине Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.

Хеҙмәт Башҡортостан Республикаһы Күп функциялы үҙәгенең барлыҡ офистарында күрһәтелә. Алдан яҙылыу мотлаҡ.

Күп функциялы үҙәккә тапшырыу өсөн кәрәкле документтарҙың тулы исемлеге менән учреждение сайтының «Хеҙмәттәр каталогы» бүлегендә танышырға йә иһә +7 (347) 246-55-33, 8 (927) 3333 100 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

Бынан тыш, «Һөт кухняһы» сайтында ла документтар исемлеге тураһында мәғлүмәт бар.

https://www.bashinform.ru/news/1620941-v-mfts-bashkirii-nachali-prinimat-zayavleniya-na-poluchenie-produktov-molochnoy-kukhni/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть