Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

27 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала Конституция суды бөтөрөлә

Сәйәсәт

2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем Рәсәйҙә барлыҡ конституция һәм устав судтары бөтөрөлөргә тейеш. Шуға Башҡортостанда яңы дәүләт органын булдырырға тәҡдим ителә.

«Рәсәй субъекттары конституция советтарын булдырыу мөмкинлегенә эйә була. Был — төбәк парламенттарының хоҡуғы. Тейешле норма Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында сағылыш табыр, — тип аңлатты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв. — Конституция советының төп бурысы — республика хоҡуғы системаһында Конституцияның өҫтөнлөгөн тәьмин итеү һәм законлылыҡты нығытыу».

Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһының Конституция судын бөтөрөү һәм яңы дәүләт органын булдырыу өсөн республика Конституцияһына үҙгәрештәр индереү талап ителә. Әлеге ваҡытта төҙәтмәләр әҙерләнә, уларҙы быйыл көҙ ҡарау күҙаллана.

https://www.bashinform.ru/news/1620849-v-bashkirii-uprazdnyat-konstitutsionnyy-sud-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть