Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

27 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә тарихсы-ғалим Нил Ишемғолов арабыҙҙан китте

Йәмғиәт

Өфөлә танылған ғалим, тарих фәндәре кандидаты Нил Ишемғолов 60-сы йәшендә донъя ҡуйҙы. Был турала «Башинформ»ға ғалимдың өлкән улы, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы офицеры Ильяс хәбәр итте. Мәрхүмде тыуған яғы Күгәрсен районында ерләйҙәр.

Нил Урал улы Ишемғолов 1962 йылдың 5 февралендә Күгәрсен районы Бикес ауылында тыуған. 1988 йылда — Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын, 1993 йылда Башҡорт дәүләт университеты аспирантураһын тамамлаған, һуңынан кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында уҡытыусы булып эшләгән.

Нил Ишемғоловтың фәнни ҡыҙыҡһыныу даирәһе ярайһы уҡ киң, ул Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең милли төҙөлөшө проблемаларын, илдә Граждандар һуғышы тарихын һәм революция хәрәкәтен тәрән өйрәнгән, студенттар өсөн уҡыу ҡулланмалары һәм программалары авторы. Республика матбуғатында һәм үҙәк баҫмаларҙа ғилми мәҡәләләр менән сығыш яһаған. 2018 йылда Нил Ишемғоловтың Башҡортостан хөкүмәтенең совет власы яғына күсеүе, 1919-1922 йылдарҙа республиканың милли-дәүләт төҙөлөшө мәсьәләләренә арналған «Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүе» тигән ҙур монографияһы донъя күрҙе. Ғалим үҙенең хеҙмәтендә башҡорт хәрәкәтенең милли-сәйәси ойошмалар менән бәйләнешен, үҙәк Рәсәй хөкүмәтенең, компартияның Башҡорт республикаһына сәйәсәтен ентекле тикшерә.

Нил Ишемғоловтың башҡорт милли хәрәкәте идеологы, аҙаҡтан донъя кимәлендә танылыу яулаған төркиәтсе Зәки Вәлидиҙең мираҫы тураһында бик күп эштәре бар. Зәки Вәлидиҙең балалары, ҡыҙы Иҫәнбикә Туған менән улы Сүбидәй тәүге тапҡыр Өфөгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына саҡырылғас, тап Нил Ишемғолов уларҙы Мәскәүҙә ҡаршы алып, Өфөгә оҙатып ҡуйған.

«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/1620795-v-ufe-ushel-iz-zhizni-uchenyy-istorik-nil-ishemgulov/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть