Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда аномаль эҫелек арҡаһында уңыш йыйыу ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды

Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика баҫыуҙарында уңыш йыйыу эштәренең башланыуын иғлан итте. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, көндәрҙең аномаль эҫе тороуы сәбәпле, уңыш йыйыу ғәҙәттәгенән ике аҙнаға алдараҡ башланды.

«Ужым культуралары өлгөргән дә инде, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Эйе, быйыл мул уңыш көтмәйбеҙ. Ҡояш ҡыҙҙырҙы, ямғыр яуманы  – быларҙың барыһы ла аграрийҙар файҙаһына булманы. Башҡортостандың күпселек райондары ҡоролоҡтан зыян күрҙе. 26 муниципалитетта ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан иттек. Әммә тәүге 30 мең тонна ашлыҡ – бурала».

Республика етәксеһе әйткәнсә, әлеге ваҡытта уртаса уңыш – гектарынан 15,3 центнер. Ямғыр яуған төбәктәрҙә күрһәткес юғарыраҡ – 28 центнер.

Кисә «Башинформ» республикала ужым ашлығының уңышы бер ярым тапҡырға кәмеүен хәбәр иткәйне.

«Урып-йыйыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса аграрийҙар республиканы иген менән тәьмин итер тип ышанам. Иң мөһиме – климаттың беҙҙең агросәнәғәт комплексына тәьҫирен нисек кәметергә мөмкинлеген күҙ алдына килтерәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Урал аръяғында заманса һуғарыу системаһын булдырыу буйынса инвестиция проекты башлана.

https://www.bashinform.ru/news/1619997-v-bashkirii-iz-za-anomalnoy-zhary-uborku-urozhaya-nachali-ranshe-obychnogo/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть