Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан уҡытыусылары араһында прививка яһатыу башланды

Йәмғиәт

Башҡортостанда мәктәп уҡытыусылары, колледждар һәм юғары уҡыу йорттары педагогтары вакцинацияға ҡушылды. Республикала уҡытыусыларҙың 46 проценты коронавирустан прививка яһатҡан да инде.

Уҡыу йылы башланыр алдынан Белорет педагогия колледжы прививка кампанияһына ҡушылырға булды.

2021 йылдың май-июнь айҙарында унда коронавирус инфекцияһы таралып, бер нисә хеҙмәткәр һәм студент сир йоҡторғайны. Ошондай хәл ҡабатланмаһын өсөн уҡытыусылар ваҡытында прививка эшләтергә һәм вирустың таралыуына юл ҡуймаҫҡа хәл итте.

14 июлгә колледж хеҙмәткәрҙәренең 38 проценты прививкаланған. Июль аҙағынаса был күрһәткесте 100 процентҡа еткереү планлаштырыла.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы республика уҡытыусыларына 1 сентябргә тиклем коронавирустан прививка яһатырға тәҡдим иткәйне. Медицина күрһәтмәһенән тыш вакцинациянан баш тартҡан осраҡта уҡытыусыларға белем бирергә рөхсәт итмәүҙәре мөмкин. Министрлыҡтың 2021 йылдың 15 июлендәге бойороғона ярашлы, вакцинация үткән уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн өҫтәмә ял көндәре бирелә, хеҙмәт хаҡы ла һаҡлана. Әйткәндәй, республиканың Мәғариф министрлығында хеҙмәткәрҙәрҙең 79,3 проценты прививкаланған.

https://www.bashinform.ru/news/1619904-massovaya-vaktsinatsiya-nachalas-sredi-uchiteley-bashkirii/  

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть