Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубының яңы генераль директоры үҙ вазифаһында эш башланы

Спорт

16 июлдә «Салауат Юлаев» хоккей клубының яңы генераль директоры үҙ вазифаһында эш башланы. Ул – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең элекке урынбаҫараы Ринат Бәширов. Әйткәндәй, Бәширов республика власынан хоккей кураторы һәм Клуб советы рәйесе ине.

Быға тиклем «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры вазифаһын биләгән Александр Курносов хәҙер башҡарма директор итеп тәғәйенләнде.

Белешмә

Ринат Рәшит улы Бәширов 1968 йылдың 19 июнендә Өфөлә тыуған. Ҡазан финанс-иҡтисад институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1987 йылда Өфөнөң Октябрь районы Госстрах участка инспекцияһы инспекторы булып башлай.

1992 -2001 йылдарҙа – дәүләт һалым инспекторы, өлкән дәүләт һалым инспекторы, Рәсәйҙең Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе урынбаҫары.

2001-2006 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының бүлек етәксеһе.

2006-2007 йылдарҙа – Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.

2007-2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының финанс министры урынбаҫары.

Артабан Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт идаралығында эшләй.

2018 йылдың 24 октябренән –  Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары.  

https://www.bashinform.ru/news/1619860-novyy-generalnyy-direktor-khk-salavat-yulaev-pristupil-k-svoim-obyazannostyam/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть