Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров COVID-19 буйынса сикләү индереү ваҡытын 12 июлдән 26-һына күсерҙе

Йәмғиәт

Республиканың эшлекле берләшмә вәкилдәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш йүнәлешендәге учреждениеларға барғанда ковидҡа ҡаршы өҫтәмә сикләү индереүҙе һуңыраҡ ваҡытҡа күсереү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостан етәксеһе республика буйынса Роспотребнадзор идаралығына тейешле һорау ебәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә килгән хатта республиканың Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Анна Казак, төбәктә коронавирусҡа бәйле хәлде анализлап, дөйөм туҡланыу ойошмалары коллективтарында COVID-19 менән сирләү осраҡтарының теркәлмәүен билдәләй. Шулай уҡ дөйөм туҡланыу объекттарына барғанда коронавирус йоҡтороу ихтималлығы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Шуға бәйле Роспотребнадзор дөйөм туҡланыу ойошмалары санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәгән саҡта ковидҡа ҡаршы өҫтәмә сикләү индереү ваҡытын күсереү хаҡында ҡарар ҡабул итергә мөмкин тип иҫәпләй.

Ошо хат нигеҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе янауына бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш йүнәлешендәге учреждениеларға инеү өсөн вакцинация үтеү хаҡында белешмә (сертификат), шул иҫәптән беренсе компонент менән, прививка эшләтергә ярамауы йәки кире һөҙөмтәле ПЦР-тест булыуы тураһында талап 12 июлдән 26-һына күсерелә.

Бынан тыш, Роспотребнадзор республиканың эш биреүселәренә 2021 йылдың 19 июлендә хеҙмәт хаҡын һаҡлап ҡалып, эшләмәү тәҡдимен индерҙе. Власть органдарына һәм башҡа учреждениеларға был көндә ошо ойошмаларҙың эшмәкәрлеген тәьмин иткән хеҙмәткәрҙәр һанын билдәләргә кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/1617085-radiy-khabirov-perenes-sroki-vvedeniya-ogranicheniy-po-covid-19-s-12-na-26-iyulya/

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть