Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.76 ↑

EUR 86.84 ↑

24 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханында йөҙ балл алған эштәр – 84

Йәмғиәт

Башҡортостанда бөгөнгә 84 сығарылыш уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған, ә бер нисә фәндән йөҙ балл туплағандар – өсәү. Был турала «Йәмәғәт электрон гәзите» редакцияһында уҙған тура эфир барышында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте. Былтыр Башҡортостанда 117 уҡыусы юғары һөҙөмтәгә өлгәшкәйне.

Рус теленән – 22, математиканан – 4, химиянан – 14, географиянан – 7, әҙәбиәттән – 2, тарихтан — 6, физиканан 32 уҡыусы 100 балл йыйған.

Республикала йөҙ балға яҙғандарҙың һаны артыуы мөмкин, тине Айбулат Хажин. Тиҙҙән сығарылыш класы уҡыусылары араһында математиканан ҡала иң популяр предметтың береһе – йәмғиәтте өйрәнеү фәненән һөҙөмтәләр билдәле була.

Дөйөм алғанда, Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре уртаса Рәсәй күрһәткесенән юғарыраҡ. Илдә күпселек фәндәрҙән уртаса балдар кәмене. Республикабыҙҙа имтихандарҙың һөҙөмтәләре уҙған йыл менән сағыштырырлыҡ. Рус теленән һәм математиканан һөҙөмтәләр бер аҙ юғарыраҡ. Быйыл рус теленән уртаса балл — 70,7, математиканан — 60,6. Географиянан уртаса балл 1,5 тапҡырға артҡан.

Резерв көндәр ҙә ҡала, шуға был һандың үҙгәреүе мөмкин, тип өҫтәне министр.

https://www.bashinform.ru/news/1609994-v-bashkirii-chislo-stoballnykh-rabot-po-ege-84-multistoballnikov-uzhe-troe-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: йөҙ балл, БДИ
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть