Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.76 ↑

EUR 86.84 ↑

24 июль, Шәмбе

Уфа   °

Республиканың 14 районы дауылдан зыян күрҙе

Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса комиссияның ашығыс ултырышын үткәрҙе. Быға 23 июндә республика биләмәһендә сыҡҡан көслө дауыл сәбәпсе булды. Һөҙөмтәлә 14 муниципалитет зыян күргән.

«Ҡайһы бер райондарҙа елдең тиҙлеге секундына 24 метрға еткән, — тип белдерҙе Ирек Сәғитов. — Әйткәндәй, халыҡҡа һауа шарттарының боҙолоуы тураһында хәбәр ителгәйне».

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры район властарына тиҙ арала зыян күргән барлыҡ ҡаралтыларҙы яңыртырға һәм емерелгән объект хужаларына ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Бынан алда «Башинформ» көслө елдең ҡыйыҡтарҙы аҡтарыуы һәм ағастарҙы ауҙарыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/1610234-14-rayonov-bashkirii-postradali-v-rezultate-uragana/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть