Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.76 ↑

EUR 86.84 ↑

24 июль, Шәмбе

Уфа   °

«Өфө – хеҙмәт герой-ҡалаһы» фильмының youtube-премьераһы тәғәйенләнде

Мәҙәниәт

«Өфө – хеҙмәт герой-ҡалаһы» документаль фильмының youtube-премьераһы тәғәйенләнде. Ул 2021 йылдың 24 июнендә киске сәғәт 7-лә – Өфөнөң «Родина» кинотеатрында премьера менән бер үк ваҡытта башлана.

Әйткәндәй, «Өфө – хеҙмәт герой-ҡалаһы» фильмы Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты, шулай уҡ рәсми кешеләр һәм республика халҡы ярҙамында төшөрөлгән. Был документаль фильм – өфөләр хаҡында. Унда тыл эшсәндәре, уларҙың яҙмышы һәм ҡаһарманлығы күрһәтелгән.

Үҫмерҙәр, йәштәр араһында ойошторолған һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, һуғыш ваҡытында ут һыҙығынан тыш та ҡаһарманлыҡ ҡылынғанын күптәр белмәй. Тылдағы тормош та еңелдән булмаған, уның дан яуламаған үҙ геройҙары байтаҡ. Һуғыш йылдарындағы Өфө хаҡында фильм – тап тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү тураһында. 2020 йылда Рәсәй президенты баш ҡалабыҙға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен бирҙе. Ошо темаға төшөрөлгән фильм – Еңеүҙе яҡынайтҡан Өфөнөң тыл эшсәндәренә хөрмәт билдәһе ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, рәсми премьеранан һуң «Өфө – хеҙмәт герой-ҡалаһы» документаль фильмы республиканың ҡала-райондары кинотеатрҙарында күрһәтелә башлай. Ә сентябрҙә Мәскәүҙә В.Лановой исемендәге хәрби-патриотик кинофестивалендә ҡатнаша.

youtube-та фильмды ҡарауҙың ваҡыты сикләнмәй, уны ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1610152-naznachena-youtube-premera-filma-ufa-gorod-geroy-truda/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть