Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.76 ↑

EUR 86.84 ↑

24 июль, Шәмбе

Уфа   °

1 июлдән йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм яңғыҙ ата-әсәләр өсөн яңы пособиеларға ғаризалар ҡабул ителә

Иҡтисад

1 июлдән Рәсәйҙең Пенсия фонды йөклөлөктөң иртә осоронда иҫәпкә торған йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм 8-17 йәшлек бала тәрбиәләгән яңғыҙ ата-әсәләр өсөн яңы айлыҡ пособиеларға ғаризалар ҡабул итә башлай.

Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки йәшәгән урын буйынса Пенсия фондының клиент хеҙмәтендә бирергә була.

«Балалы граждандарға дәүләт пособиелары тураһында» федераль законға индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, яңы түләүҙәр 8-16 йәшлек балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән атайға йәки әсәйгә, шулай уҡ йөклөлөктөң иртә осоронда медицина ойошмаһына иҫәпкә баҫҡан ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә», — тиелә Пенсия фонды белдереүендә.

Ике түләүҙең дә күләме һәр төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумына ярашлы раҫлана.

Тулы булмаған ғаиләләргә түләү менән бәйле осраҡта балаға йәшәү минимумының – 50%, йөклөлөк буйынса түләүгә килгәндә иһә хеҙмәт йәшендәге кешегә йәшәү минимумының 50% тураһында һүҙ бара.

Пособие алыу өсөн төп шарт – ғаиләнең килем күләме. Ҡағиҙәләр буйынса ул республикала йән башына йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. Пособие мохтажлыҡты комплекслы баһалауҙы иҫәпкә алып тәғәйенләнә.

Мохтажлыҡты баһалау өсөн критерийҙар һәм ғаризаларҙы ҡарау ваҡыты Рәсәй Хөкүмәтенең тейешле ҡарары баҫылып сыҡҡандан һуң барлыҡҡа килә.

https://www.bashinform.ru/news/1610018-s-1-iyulya-nachinaetsya-priem-zayavleniy-na-novye-posobiya-beremennym-i-roditelyam-odinochkam-/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть