Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.76 ↑

EUR 86.84 ↑

24 июль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә мәҙәниәт эшмәкәре Флүрә Мифтахова арабыҙҙан китте

Мәҙәниәт

Өфөлә күп йылдар Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт тармағында эшләгән Флүрә Мифтахова менән хушлаштылар. Уға ни бары 60 йәш ине. Хеҙмәттәштәре һөйләүенсә, һуңғы көндәрҙә ул Зубов ауылындағы госпиталдә ятҡан һәм коронавирустан һуң өҙлөгөп вафат булған.

Флүрә Әхмәҙи ҡыҙы 40 йыл мәҙәниәт учреждениеларында эшләгән, ауыл мәҙәниәт йорто директорынан һәм Учалы районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһенән алып Башҡорт дәүләт филармонияһы директорының концерт эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫарына тиклем юл үткән. Шулай уҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтында һәм Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләй, республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар, фестивалдәр, байрамдар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороусы була.

Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем бер нисә йыл Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса ғилми-етештереү үҙәгендә эшләй. Быйыл республиканың маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

«Флүрә Әхмәҙи ҡыҙы беҙҙә йылы мөхит булдырыу өсөн дә яуаплы булды. Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлау менән шөғөлләнгән Рәсәй һәм сит ил ғалимдары Флүрә Әхмәҙи ҡыҙының тырышлығы ярҙамында башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы һәм милли аш-һыуҙары менән танышты. Ул үҙ эшен яҡшы белгән белгес, яуаплы, ихлас кеше ине», — тине ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.

«Башинформ» мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/1609905-v-ufe-ushla-iz-zhizni-deyatel-kultury-flyura-miftakhova/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть