Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.76 ↑

EUR 86.84 ↑

24 июль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә коронавирустан прививка яһатҡандар араһында фатир уйнатыу еңеүсеһе билдәле булды

Йәмғиәт

Өфөлә тура эфирҙа яңы коронавирус инфекцияһынан прививка яһатҡандар араһында фатир уйнатылды. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, супербүләк – бер бүлмәле фатир хужаһы – Өфөнән Тамара Александровна. Ул 28 майҙа ҡаланың 8-се ҡала дауаханаһында прививка эшләткән.

Хәтерегеҙгә төшәрбеҙ, «Сәләмәт Өфө» акцияһында ҡатнашыусылар араһында ла 10 смартфон уйнатылды.

Ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, акцияның сайтында 38 631 флаер теркәлгән. Акцияла ҡатнашыусылар араһында бүләк уйнатыу һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт «Сәләмәт Өфө» акцияһы сайтына урынлаштырылған.

Бынан алда «Башинформ» 2021 йылдың 14 майынан 20 июненә тиклем Өфөлә фатир уйнатыу хаҡында хәбәр иткәйне. Унда ҡатнашыу өсөн вакцинация пункттарының береһендә прививка яһатып, махсус код менән флаер алырға һәм уны «Сәләмәт Өфө» сайтында теркәргә кәрәк ине.

https://www.bashinform.ru/news/1609930-nazvano-imya-zhitelya-ufy-pobeditelya-rozygrysha-kvartiry-sredi-vaktsinirovannykh-ot-covid-19/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть