Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.76 ↑

EUR 86.84 ↑

24 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 2021 йылдың 29 июненән ябыҡ биналарҙа эшләгән дөйөм туҡланыу ойошмаларына вакцинация үтеү (шул иҫәптән беренсе компонент менән), прививка яһатырға ярамауы йәки ПЦР-анализдың кире һөҙөмтәһе хаҡында белешмә (сертификат) менән генә инергә мөмкин.

Был талап 50 һәм унан күберәк урындары булған ресторан, кафе һәм ашханаларға ҡағыла (указдың элекке версияһында 10 һәм унан күберәк тип билдәләнгәйне).

Бынан тыш, 29 июндән дәүләт органдары һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре юғарыла әйтеп үтелгән документтарҙың береһен күрһәткән граждандарҙы ғына шәхсән ҡабул итә.

https://www.bashinform.ru/news/1609895-glava-bashkirii-radiy-khabirov-vnes-izmeneniya-v-ukaz-o-povyshennoy-gotovnosti/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть