Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримоваға маҡтаулы исем тапшырылды

Мәҙәниәт

2021 йылдың 22 июнендә үҙенең 70 йәшлек юбилейы көнөндә Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, Башҡортостандың халыҡ шағирының ҡыҙына мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде.

Кисә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

«Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Күп йылдар һеҙ Башҡортостандың бөйөк халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бай әҙәби мираҫын һаҡлауға, йәштәр араһында уның ижадын популярлаштырыуға, йәмғиәттә китап уҡыу мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерәһегеҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, һүнмәҫ дәрт һәм изгелектәр теләйем», — тип билдәләне Радий Фәрит улы юбилей ҡотлауында.

Әлфиә Мостай ҡыҙы һөйләүенсә, хәҙер уның төп эшмәкәрлеге 2013 йылда ойошторолған Мостай Кәрим исемендәге фонд эше менән бәйле. Фондтың төп бурысы – башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү программаларына ярҙам, Мостай Кәримдең һәм уның замандаштарының ижадын популярлаштырыу.

https://www.bashinform.ru/news/1609635-direktoru-fonda-im-mustaya-karima-alfie-karimovoy-prisvoeno-pochetnoe-zvanie/

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть