Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

Республикала COVID-19 менән ауырығандар тулыраҡ диспансеризация үтергә мөмкин

Йәмғиәт

Республикала COVID-19 менән ауырығандарға тулыраҡ диспансеризация үткәрелә. Рәсәй Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына 2021 йылдың 18 июнендә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Бындай диспансеризация ике этапта ойошторола. Уларҙың тәүгеһенә ете тикшереү индерелгән: ҡандың дөйөм һәм биохимик анализы, ҡандың кислород менән туйыныу кимәлен үлсәү (сатурация), 6 минут атлап тест үткәреү, спирометрия, күкрәк ситлегенә рентген эшләү, терапевҡа инеү. COVID-19 менән сирләгәндәр өсөн был исемлеккә ҡанда D-димер концентрацияһын билдәләү анализы өҫтәлә. Уның ярҙамында тромб барлыҡҡа килеү билдәләрен асыҡларға мөмкин. Был тикшереүҙәрҙе бер көндә үтергә була.

«Уларҙың һөҙөмтәһе буйынса табиптар хроник сирҙәрҙең үҫеш билдәләрен һәм хәүефен билдәләй, кәрәк булған осраҡта, диагнозды аныҡлау өсөн пациент икенсе этапҡа ебәрелә. Унда эхокардиография, үпкәгә компьютер томографияһы үткәреү һәм аяҡтың ҡан тамырҙарына допплер тикшереүе ҡаралған. Әгәр диспансеризация һөҙөмтәләре буйынса пациентта хроник ауырыуҙар йәки уларҙың барлыҡҡа килеү хәүефе асыҡланһа, уға дауалау һәм медицина реабилитацияһы тәғәйенләнә», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Тулыраҡ диспансеризация үтергә мөмкин булған медицина ойошмаларының исемлеге төбәк һаулыҡ һаҡлау органдарының рәсми сайттарында һәм берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында баҫыла.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бындай диспансеризация 1 июлдән башлана.

https://www.bashinform.ru/news/1609591-v-bashkirii-perenesshie-covid-19-proydut-uglublennuyu-dispanserizatsiyu/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть