Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

Бөгөн Башҡортостанға тағы 18 900 доза «Спутник V» вакцинаһы килтерелде

Йәмғиәт

Бөгөн, 23 июндә, Башҡортостанға «Гам-Ковид-Вак»» («Спутник V») вакцинаһының яңы партияһы килтерелде – 18 900 доза.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, препараттар Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларына бүленә.

Киләһе партия – 100 меңдән ашыу доза, федераль үҙәктән яҡынса мәғлүмәт буйынса, киләһе аҙнала килтерелә.

Әлеге ваҡытта республикала 179 вакцинация пункты (шул иҫәптән күсмә) эшләй. Вакцинация пункттарының эш ваҡыты:

— медицина ойошмаларында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем, тәнәфесһеҙ һәм ял көндәрһеҙ;

— сауҙа үҙәктәрендә эш көндәрендә – көндөҙгө 1-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр, ял көндәрендә (байрамдарҙа) иртәнге 10-дан киске 8-гә хәтлем.

Тиҙҙән ҡайһы бер пункттарҙа һәм медицина ойошмаларында вакцинаның етмәүе ихтимал, тип иҫкәртә белгестәр. Медицина ойошмаһына вакцина килтерелгәс, яҙылғандар вакцинацияға саҡырыла.

Бөгөнгә Башҡортостанда 462 067 кеше коронавирустан вакцинаның беренсе компонентын алған.

https://www.bashinform.ru/news/1609540-v-bashkiriyu-segodnya-postupili-eshche-18-900-doz-vaktsiny-sputnik-v/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть