Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан 2020 йылда урманды ҡырҡҡанға ҡарағанда күберәк тергеҙгән

Йәмғиәт

Башҡортостан урманды яһалма тергеҙеү майҙаны буйынса Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Һәр төбәктең дә бындай тәбиғәт байлығы – тауҙары, далалары, йылғалары һәм урмандары юҡ. Ләкин урмандарҙы ҡарарға кәрәк, беҙ шуның өҫтөндә эшләйбеҙ, — тип белдерҙе Радий Хәбиров. — Планлы рәүештә урман ултыртыу техникаһы һатып алабыҙ. Ошо көндәрҙә махсуслашҡан машиналар Балаҡатай, Маҡар һәм Өфө урман хужалыҡтарына китте. Быйыл бөтәһе 70 трактор, культиватор – беҙҙең таулы урындар өсөн нимә кәрәк, барыһын да һатып алдыҡ. Шуны билдәләп үткем килә: башлыса аҡса федераль бюджеттан  бүленде – 54,5 миллион һум».

Башҡортостан Башлығы 2020 йылда республика биләмәһендә 15,3 мең гектар урманды тергеҙеүҙәрен билдәләне. Һуңғы ун йылда был – иң юғары күрһәткес, план 109,4% арттырып үтәлгән. Яһалма рәүештә ултыртылған урындарҙа республика 98% ылыҫлы ағастарҙы файҙаланырға тырыша.

https://www.bashinform.ru/news/1609510-bashkiriya-v-2020-godu-vosstanovila-bolshe-lesov-chem-vyrubila-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть