Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

Әбйәлил районында болон күбәләгенең үрсеүенә бәйле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде

Йәмғиәт

Башҡортостандың Әбйәлил районында болон күбәләгенең үрсеүенә бәйле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.

Был турала Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы хәбәр итте.

«Үҫемлектәргә ҡоротҡостар (болон күбәләге) ябырылыуға бәйле Әбйәлил районы биләмәһендә район хакимиәте бойороғо менән «ғәҙәттән тыш хәл» режимы индерелде», — тиелә белдереүҙә.

Режим махсус бойороҡҡа тиклем ғәмәлдә, тип билдәләйҙәр ведомствола.

Болон күбәләге – Евразияның дала зонаһында ҡурҡыныс ҡоротҡостарҙың береһе. Күбәйгән осраҡта улар ауыл хужалығы культураларына етди зыян килтерә. Күбәләктәр йышыраҡ шәкәр сөгөлдөрөн, көнбағышты, люцернаны, кукурузды, йәшелсә культураларын зыянлай. Сүп үләндәре менән дә туҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/1609352-v-abzelilovskom-rayone-bashkirii-obyavili-chs-iz-za-nashestviya-lugovogo-motylka/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть