Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә берҙәм дәүләт имтиханынан һуң юғалған 18 йәшлек егет үле килеш табылды

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған 18 йәшлек егетте эҙләү фажиғәле тамамланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғандан һуң юғалғайны.  «Лиза Алерт. Башҡортостан» төркөмө ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, егет үлгән.

«Үле килеш табылды. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», — тиелә хәбәрҙә.

Йәнәһе лә, уҡыусының кәүҙәһен ташландыҡ йортта тапҡандар, ул үлер алдынан яҙыу ҡалдырған.

Бынан алда «Башинформ» Өфө мәктәбе уҡыусыһының әсәһе менән аралашҡайны. Ҡатын улының берҙәм дәүләт имтиханын уртаса баһаға тапшырғандан һуң юғалыуы тураһында хәбәр итте.

«Кисә өйҙән сығып китте. Киске сәғәт ун тирәһендә уның өйҙә юҡлығын күрҙем. Имтаханда уртаса баһа алды. Миңә улым бер ни ҙә әйтмәне, әрләшмәнек – барыһы ла һәйбәт ине. Туғыҙынсы класты тик яҡшыға тамамланы. Ә бында ошондай һөҙөмтәләр булыр тип көтмәгән, күрәһең», — тип һөйләне мәғлүмәт агентлығына уҡыусының әсәһе.

https://www.bashinform.ru/news/1609199-v-ufe-propavshego-posle-ege-18-letnego-parnya-nashli-mertvym/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть