Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

«Юлдаш» радиоһы Бөйөк Еңеү көнө уңайынан радиотыңлаусыларҙың хаттарынан китап баҫтырып сығарҙы

Мәҙәниәт

«Юлдаш» радиоһы радиотыңлаусылар менән берлектә Бөйөк Еңеү көнө һәм Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығы уңайынан китап баҫтырып сығарҙы.

Бер нисә ай дауамында «Теге өсәү» тапшырыуы барышында «Яуҙа яралған мөхәббәт» акцияһы ойошторолдо. Радиотыңлаусыларҙан тиҫтәләгән хаттар килде. Һөҙөмтәлә бер нәмәгә ҡарамаҫтан яратырға һәм тормошҡа шатланырға белгәндәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштерергә хәл ителде.

«Ҡанлы һуғыш бер-береһе менән осраштырған шәфҡәт туташтарының һәм һалдаттарҙың, санитаркаларҙың һәм командирҙарҙың, ауыл егеттәренең һәм ҡала ҡыҙҙарының мөнәсәбәттәре ошо бәләкәй, ләкин беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле китапта сағылыш таба. Ул «Башбланкиздат» менән берлектә бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә донъя күрҙе, нәшер итеүселәргә бының өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Һуғыш тураһында иҫтәлек мәңгелек, беҙ бер ҡасан да был хаҡта онотмаҫҡа һәм беҙҙең өсөн яуҙа башын һалғандар өсөн ошо хәтерҙе быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ», — тип һөйләне «Башинформ»ға «Юлдаш» радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева.

Китапты «Юлдаш» радиоһы редакцияһында һатып алырға мөмкин, авторҙарға бушлай таратыла.

https://www.bashinform.ru/news/1609211-radio-yuldash-ko-dnyu-velikoy-pobedy-vypustilo-knigu-pisem-radioslushateley/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть