Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә композитор Абрар Ғабдрахмановҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Мәҙәниәт

Бөгөн Өфөнөң Пушкин урамында урынлашҡан 52-се йорт ихатаһында Абрар Ғабдрахманов ижад иткән «Төнгө серенада», «Әйтсе, иркәм» ретро-йырҙары яңғыраны. Уларҙы иҫтәлекле сараға йыйылғандар башҡарҙы.

Абрар Ғабдрахманов (1935 — 2013) — башҡорт композиторы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы. Бик күп йырҙар, хор, вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәр авторы. Танылған башҡорт композиторы ошо йортта утыҙ йылдан ашыу йәшәгән. Бөгөн бында уға мемориаль таҡтаташ асылды.

«Абрар Ғабдрахманов профессор Заһир Исмәғилевтың тәүге уҡыусыларының береһе булды, уны Өфө сәнғәт институтында уҡыған сағынан иҫләйем. Уға бағланған өмөттәр аҡланды, ул күренекле композитор булып китте», — тине Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева.

Сарала композиторҙың тол ҡатыны, Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, башҡорт опера сәхнәһе йондоҙо Нажиә Аллаярова ла ҡатнашты. Ул йәшлек йылдарын, хәләл ефете менән танышыуҙарын һәм ғүмер итеүҙәрен йылылыҡ менән иҫкә алды, уның йәне-тәне менән музыкаға ғашиҡ булыуы тураһында һөйләне. «Ул үҙе музыка ине!» — тине Нажиә Һибәт ҡыҙы.

«Ошондай ижади, музыканттар династияһына нигеҙ һалған ғаиләлә тыуып үҫкәнем өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен. Өйөбөҙҙә һәр ваҡыт ижади мөхит хөкөм һөрҙө, халыҡ йырҙары, скрипка һәм мандолина моңдары яңғыраны. Былтыр Абрар Хаҡ улының тыуыуына 85 йыл тулды, ләкин эпидемияға бәйле билдәләй алманыҡ. Көҙ көнө хәтер кисәһе үткәрергә йыйынабыҙ. Бөгөн мемориаль таҡтаташ асыуыбыҙ юбилей сараларының тәүгеһе булыр тип ышанам», — ти композиторҙың ҡыҙы, музыка белгесе, радиола һәм телевидениела алып барыусы Миләүшә Иҙрисова.

Әгәр бөгөн композитор иҫән булһа, ул ейәнсәрҙәренең уңыштары менән ғорурланыр ине. Өлкән ейәнсәре Айгөл Вәхитова – музыка белгесе, Мәскәүҙә йәшәй, үҙенең олатаһы тураһында монография яҙған. Уртансыһы Дилара Иҙрисова – билдәле опера йырсыһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Кинйәһе Асия – скрипкасы, Санкт-Петербургта белем алғандан һуң Германияла стажировка үтә.

Композиторҙар Нур Дауытов, Айһылыу Сәлмәнова, Башҡортостан гимны авторы Фәрит Иҙрисов, музыка белгесе Гөлназ Ғәлина һәм башҡалар Абрар Ғабдрахманов тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште. Композиторҙың протретына сәскәләр һалынды.

https://www.bashinform.ru/news/1609030-v-ufe-otkrylas-memorialnaya-doska-kompozitoru-abraru-gabdrakhmanovu/

Ләйлә Аралбаева
Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть