Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында кадрҙар үҙгәреше көтөлә

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығын ике ведомствоға үҙгәртеп ҡороу тураһында указынан һуң республика Дәүләт Йыйылышында ла кадрҙар үҙгәреше планлаштырыла. Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Әлфис Ғаязов даими нигеҙҙә Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетына күсерелә.

«Быға тиклем республиканың Фәндәр академияһын етәкләгән билдәле ғалим Әлфис Ғаязов даими нигеҙҙә Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетында эшен дауам итер тип күҙаллана. Уның фәндә, белем биреү системаһында туплаған бай тәжрибәһе юғары белем системаһы реформаһы менән бәйле мәсьәләләргә күберәк иғтибар бүлергә мөмкинлек бирә. Парламентта Әлфис Ғаязов ҡатнашлығында фән буйынса парламент тыңлауҙары планлаштырыла», — тине Константин Толкачев.

Закон сығарыу органы билдәләүенсә, комитеттың башҡа ағзалары эштең профилле участкаларына: мәҙәниәткә, спортҡа, йәштәр сәйәсәтенә иғтибарын йүнәлтергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1609035-v-gossobranii-bashkirii-ozhidayutsya-kadrovye-izmeneniya/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть