Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә коронавирусҡа бәйле «Ҙур сығарылыш кисәһе» уҙғарылмай

Йәмғиәт

Башҡортостандың баш ҡалаһында яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле 26 июндә «Ҡашҡаҙан» паркында планлаштырылған «Ҙур сығарылыш кисәһе» булмай.

«Ойоштороусылар, коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен иҫәпкә алып, ошондай ҡарар ҡабул итте», — тип белдерҙеләр Өфөнөң Октябрь районы матбуғат хеҙмәтендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбиров 18 июндә юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Төҙәтмәләргә ярашлы, 2 июлгә тиклем республикала йәшәүселәргә һәм ҡунаҡтарға халыҡ күпләп йыйылған урындарға барырға кәңәш ителмәй.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы республика мәктәптәрендә сығарылыш кисәләренең барлыҡ санитар нормаларҙы үтәү шарты менән уҙғарыласағы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/1608757-v-ufe-iz-za-koronavirusa-otmenili-prazdnik-bolshoy-vypusknoy/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть