Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

Бөгөн республикала коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙең бер өлөшө көсөнә инде

Йәмғиәт

Башҡортостанда спорт һәм культура учреждениеларына ҡарата коронавирус сикләүҙәре көсөнә инде. Бөгөндән музейға, күргәҙмәгә, китапханаға, театрға, кинотеатрға, концерт залына, мәҙәниәт һарайына, төнгө клубҡа, күмәк кеше ҡатнашҡан физкультура һәм спорт сараларына (ябыҡ биналарҙа) түбәндәге белешмәләр менән генә инергә мөмкин:

— вакцинация тураһында сертификат (шул иҫәптән беренсе компонент менән),

— ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә (ул 72 сәғәт ғәмәлдә),

— һеҙгә прививка яһатырға ярамауы тураһында табиптан белешмә.

Был ҡағиҙәләр 18 йәшкә тиклемге балаларға ҡағылмай.

Бынан тыш, республикала битлек режимын һәм социаль дистанцияны һаҡлауға контроль көсәйтелә. Халыҡ күпләп йыйылған урындарға, шул иҫәптән майҙандарҙа, парктарҙа, скверҙарҙа, аллеяларҙа йөрөргә тәҡдим ителмәй. Был талап 2 июлгәсә ғәмәлдә.

29 июндән әлеге талаптар дөйөм туҡланыу (50 урынлыҡтан башлап), спорт учреждениеларына, матурлыҡ салондарына, студент ятаҡтарына, ҡала-ара пассажир ташыуға, «Орлан» поезына ҡағыла.

Башҡортостанда яңы коронавирус сикләүҙәре хаҡында тулыраҡ бында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/1608864-segodnya-vstupili-v-silu-chast-koronavirusnykh-ogranicheniy-v-bashkirii/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть