Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.76

EUR 86.84

25 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда киләһе аҙнала уҡ йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға коронавирустан вакцинация башланыуы ихтимал

Йәмғиәт

Башҡортостанда киләһе аҙнала уҡ йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға коронавирустан вакцинация башланыуы ихтимал. Был турала 22 июндә Өфө хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш эпидемиологы, республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов белдерҙе.

«Спутник V» вакцинаһын клиник һынау уның хәүефһеҙлеген раҫланы.

«Спутник V» вакцинаһын һынау барышында ҡатнашыусыларҙың 21 ауырға ҡалыу (өс айҙан һигеҙ айға тиклем) осрағы теркәлгән. Гамалея үҙәге ошо ҡатын-ҡыҙҙарҙа ҡурҡыныс кире эҙемтәләрҙең асыҡланмауын хәбәр итте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вакцинаның йөклөләр өсөн хәүефһеҙ булыуы тураһында мәғлүмәттәр алды , – тине Азат Мөхәмәтйәнов. — Ҡатын-ҡыҙ вакцина алғандан һуң препарат уны ғына түгел, имеҙгәндә яңы тыуған сабыйҙарҙы ла һаҡлай».

https://www.bashinform.ru/news/1608847-v-bashkirii-uzhe-na-sleduyushchey-nedele-mozhet-nachatsya-vaktsinatsiya-ot-covid-beremennykh-zhenshch/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть