Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

1418 көн: Өфөнөң Еңеү паркында «Хәтер шәме» акцияһы үтте

Йәмғиәт

Теүәл таңғы сәғәт дүрттә Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек ут янында 1418 һаны рәүешендә теҙелгән шәмдәр ҡабыҙылды. Совет халҡы тап шунса көн нацист Германияһына ҡаршы һуғышҡан. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арналған «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһына Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, республикала эҙәрмән хәрәкәте етәксеһе Владимир Волков, Башҡортостандың Хәрби комиссариаты вәкилдәре, ветеран ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре, юнармия һәм өфөләр ҡушылды.

1941 йылдың 22 июнь иртәһе илебеҙҙә йәшәүселәрҙең барыһының да тормошон аҫтын-өҫкә килтерҙе. Бөгөн беҙ был көндө Хәтер һәм ҡайғы көнө тип беләбеҙ, ләкин ата-бабаларыбыҙ уны һуғыш башланған көн тип иҫендә ҡалдырған.

Рәсәйҙә йәшәгән һәр кемдең «Хәтер шәме» акцияһында ҡатнашыу һәм Тыуған илебеҙ өсөн йәнен аямай һуғышҡандарҙы иҫкә алыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн деньпамяти.рф сайтында үҙеңдең «Хәтер шәме»ңде ҡабыҙырға була.

https://www.bashinform.ru/news/1608767-1418-dney-aktsiya-svecha-pamyati-proshla-v-ufimskom-parke-pobedy/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть