Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

23 июндә Өфөлә прививка яһатҡан 38 мең кеше араһында фатир уйнатыла

Иҡтисад

20 июндә коронавирустан прививка яһатҡандар араһында акцияла ҡатнашыусыларҙы теркәү тамамланды. Унда ҡатнашыу өсөн вакцинация пункттарының береһендә прививка эшләтеп, махсус код менән флаер алырға һәм уны «Сәләмәт Өфө» сайтында теркәргә кәрәк ине.

Өфөлә дәртләндереүсе сара 2021 йылдың 14 майында башланды. Акцияны ойоштороусы – «Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды». Ойоштороусылар билдәләүенсә, акцияның сайтында 38 631 флаер теркәлгән.

23 июндә «Вся Уфа» телеканалының тура эфирында акцияла ҡатнашыусылар араһында фатир һәм 10 смартфон, шулай уҡ башҡа ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.

«Сәләмәт Өфө» телемарафоны киске сәғәт 5-тә башлана. Бүләктәр киске 8-ҙә уйнатыла. Тура эфир барышында эскперттар вакцинация темаһына һорауҙарға ла яуап бирә.

Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашҡандарҙың мәғлүмәттәрен махсус комиссия тикшерә.

https://www.bashinform.ru/news/1608702-23-iyunya-sredi-38-tysyach-vaktsinirovannykh-zhiteley-ufy-razygrayut-kvartiru-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть