Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

Түңгәүер ырыуы йыйынында Фәрит Бикбулатовҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Мәҙәниәт

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында «Ауылым тарихы» байрамы һәм Түңгәүер ырыуы йыйыны үтте. Байрам барышында ауылға нигеҙ һалған Ҡашҡар Мамытовҡа стела һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыу, Ырыуҙаштар аллеяһын ултыртыу тантаналары булды.

Сарала Йылайыр һәм Баймаҡ райондары башлыҡтары Борис Мелкоедов һәм Фәнис Әминев, мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, билдәле актер, Түңгәүер ырыуы башлығы Хөрмәтулла Үтәшев, «Артстудия «Проект» ойошмаһы директоры Гүзәл Яубаҫарова, ғалимдар Азат Ярмуллин, Фуат Сөләймәнов, Әхтәр Ғайсин, Илшат Бахшиев, «Без башкортлар» хәрәкәте етәксеһе Радик Бахтиев, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Хәйбулла райондарынан Түңгәүер ырыуы вәкилдәре ҡатнашты.

Түңгәүер ырыуы йыйынында «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, «Аҡбуҙат» балалар журналы балалар менән саралар ойошторҙо, конкурстар һәм уйындар үткәрҙе, башҡортса йәнһүрәттәр күрһәтте, бик күп бүләктәр таратты. Шулай уҡ уҡтан атыу, таяҡ тартыу кеүек милли уйындар буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Тамашасылар «Ауылым тарихы» тигән күркәм тамаша ҡараны.

Сәрүәр Сурина инсценировкаһы буйынса Сулпан Асҡарова ҡуйған театрлаштырылған шоу бик йылы ҡабул ителде. Йыйындың пленар өлөшөн район башлығы Борис Мелкоедов асты. Ул йыйында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, тарихты онотмаҫҡа, өйрәнергә саҡырҙы. Хөрмәтулла Үтәшев йыл һайын төрлө райондарҙа йыйын үткәреү, урындағы топонимиканан йәки тарихтан сығып, ауыл магазиндарына һәм предприятиеларына исемдәр биреү, «Атайсал» проектында әүҙемерәк ҡатнашыу тәҡдимдәре менән сығыш яһаны.

Тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы доценты Фуат Сөләймәнов Түңгәүер ырыуы хәрәкәте тарихы менән таныштырҙы, яҡташтарын үҙ ырыуының үткәнен һәм хәҙергеһен нығыраҡ яҡтыртырға саҡырҙы.

Түңгәүерҙәр үҙҙәренең ҡурайсылары менән дан тота. Тап шуның өсөн резолюцияға танылған ҡурайсылар Йомабай Иҫәнбаевҡа һәм Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа уларҙың тыуған төйәгендә һәйкәлдәр ҡуйыу, Өфөлә Ҡурайға һәйкәл асыу кеүек пункттар индерелде. Шулай уҡ унда түбәндәге тәҡдимдәр ҙә бар: билдәле дин әһеле, ғалим Ғатаулла ишан Әбделмаликовтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында уның хеҙмәттәрен йыйыу, өйрәнеү һәм нәшер итеү; «Түңгәүерҙәр» энциклопедияһын әҙерләп сығарыу; республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына мәктәптәрҙә һәм юғарыу уҡыу йорттарында «Башҡортостан тарихы» фәнен уҡытыуҙы тергеҙеү мөрәжәғәте менән сығыш яһау һәм башҡалар.

Йыйын һуңында Штандарт табындарға күсте. Киләһе йыйын Учалы районында ойошторола. Түңгәүерҙәр үҙҙәренең Ырыу штандартын да булдырҙы – ул киләһе йылда түңгәүерҙәр йыйынын уҙғарыу өсөн Әбйәлил районына тапшырылды.

https://www.bashinform.ru/news/1608421-v-bashkortostane-na-sezde-roda-tangaur-otkryli-memorialnuyu-dosku-faritu-bikbulatovu/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть