Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

Бер тәүлектә Башҡортостанда тағы дүрт кеше вафат булды

Йәмғиәт

Республикала бөтәһе 40 191 коронавирус йоҡтороу осрағы асыҡланған, уҙған тәүлектә — 108 яңы осраҡ. Дүшәмбе оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Зиннурова ошондай мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.

Тәүлек эсендә мәрхүмдәр һаны дүртәүгә артып, 566-ға еткән.

Әлеге ваҡытта 200 пациент стационарҙа дауалана, уҙған тәүлектә 52 кеше өҫтәлгән. Ә 1456 сирле – амбулатор дауаланыуҙа, үткән тәүлектә 56-ға күбәйгән. Бөтә осорҙа — 38 мең кеше, бер тәүлектә 18 пациент дауаланып сыҡҡан.

27 сирленең хәле ауыр, ике пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Хәҙер республика биләмәһендә 27 лаборатория эшләй. Ковидҡа ҡаршы 10 госпиталдә 1420 урын әҙерләнгән. Койкаларҙың 89,6 проценты тулған, буш койка фонды – 10,4 процент. 5 июлгә тиклем уларҙы 1535-кә еткереү планлаштырыла.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров койка фонды менән хәлдең тотороҡло булыуын билдәләне һәм уларҙың һанын арттырыу талап ителмәҫ тигән ышаныс белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/1608353-za-sutki-ot-koronavirusa-v-bashkirii-skonchalis-eshche-chetyre-cheloveka/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть