Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров республикала мәктәптә сығарылыш кисәләрен уҙғарыу шарттарын әйтеп үтте

Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, быйыл республиканың барлыҡ мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре уҙғарыла. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды.

«Беҙ уларҙы үткәрәбеҙ! Был мөһим ваҡиға ғүмерҙә бер генә була. Һәр белем биреү учреждениеһы байрамдың форматы тураһында ҡарарҙы үҙ аллы ҡабул итә», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе мәғариф министры Айбулат Хажинға мәктәп директорҙарын йыйып, санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе аңлатырға ҡушты.

«Айырыуса иҡтибарығыҙҙы хәүефһеҙлек сараларына йүнәлтеүегеҙҙе һорайым», — тине Башҡортостан Башлығы.

Бынан алда «Башинформ»  агентлығы 26 июндә Өфөлә «Ҙур сығарылыш кисәһе» ойошторолоуы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/1608268-radiy-khabirov-nazval-usloviya-provedeniya-shkolnykh-vypusknykh-v-bashkirii/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть