Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.13 ↓

EUR 86.99 ↓

31 июль, Шәмбе

Уфа   °

26 июндә Өфөлә «Ҙур сығарылыш кисәһе» ойошторола

Йәмғиәт

26 июндә Өфөлә «Ҙур сығарылыш кисәһе» ойошторола. Сара «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында киске сәғәт 6-ла башлана, тип хәбәр ителә ҡала хакимиәте сайтында.

Программала – «Өфө тулҡыны» музыка конкурсы еңеүселәре ҡатнашлығында байрам концерты, шулай уҡ мауыҡтырғыс уйындар һәм конкурстар.

Алдан хәбәр ителгәнсә, әлегә сығарылыш кисәләрен уҙғармау тураһында ҡарарҙар юҡ. Ләкин кисәләрҙе ойошторғанда барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы – социаль арауыҡты һәм битлек режимын һаҡлау мотлаҡ.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәтттәре буйынса, быйыл республикала 18 651 уҡыусы ун беренсе класты тамамлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр коронавирус пандемияһына бәйле ҡайһы бер мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре үткәрелмәне.

https://www.bashinform.ru/news/1608149-v-ufe-26-iyunya-proydet-bolshoy-vypusknoy/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть