Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↓

EUR 86.86 ↑

30 июль, Йома

Уфа   °

Константин Толкачев: Коронавирустан вакцина эшләтеп, үҙегеҙҙе лә, тирә-йүндәгеләрҙе лә һаҡлайһығыҙ

Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, коронавирус инфекцияһына бәйле республикала индерелгән ҡайһы бер сикләүҙәргә аңлатма биреп, республика был хәлгә вайымһыҙ ҡарай алмауын, мөмкин булған барлыҡ саралар күрелеүен билдәләне. Дауаханалар, табиптар пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер, сикләү саралары индерелә.

«Ләкин хәүефте дөйөм көс, халыҡҡа вакцинация уҙғарып ҡына еңә алабыҙ.

Көрәш рецебы билдәле һәм бер нисә тапҡыр үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте лә инде. Прививкалар тиҫтә һәм йөҙ миллионлаған ғүмерҙе ҡыйған сирҙәрҙе еңергә ярҙам китте. Сәсәк, холера, ҡыҙылса һәм башҡалар тарихта ҡалды, кешелек оҙаҡ йылдар эпидемияһыҙ йәшәне.

Бөгөн республикала вакцина етерлек күләмдә, бер нисә варианты бар. Прививканы тиҙ һәм бушлай яһатырға мөмкин, бер ҡатмарлығы юҡ. Уны эшләтеп, үҙегеҙҙе лә, тирә-йүндәгеләрҙе ла һаҡлайһығыҙ.

Һуңғы айҙарҙа сирләгәндәрҙең барыһы ла бер тауыштан прививка яһатһаҡ яҡшыраҡ булыр ине тип раҫлай. Әйҙәгеҙ, ошо хаталарҙы ҡабатламайыҡ», — тине республика парламент спикеры.

https://www.bashinform.ru/news/1607672-konstantin-tolkachev-sdelav-vaktsinu-ot-covid-19-vy-zashchishchaete-i-sebya-i-okruzhayushchikh/

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть