Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.19 ↓

EUR 86.86 ↑

30 июль, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы  редакцияһына ярашлы, 2021 йылдың 2 июленә тиклем Башҡортостан халҡына, шулай уҡ республика биләмәһендәге сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмағандарға халыҡ күп йөрөгән урындарға, шул иҫәптән майҙандарға, парктарға, скверҙарға, аллеяларға барыуҙан тыйылырға кәрәк.

Түбәндәге документтарҙың береһе булған осраҡта ғына республикала йәшәүселәр (бәлиғ булмағандарҙан тыш) учреждениеларҙа, ойошмаларҙа тауарҙар һәм хеҙмәттәр алырға мөмкин:

— Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша электрон төрҙә йәки ҡағыҙға баҫылған COVID-19-ға ҡаршы вакцинация үтеү сертификаты;

— медицина ойошмаһынан коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтеү (шул иҫәптән беренсе компонент менән) тураһында белешмә;

— медицина ойошмаһынан COVID-19-ға ҡаршы вакцинация яһатырға ярамау тураһында белешмә;

— электрон төрҙә йәки ҡағыҙға баҫылған ПЦР-анализдың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә (өс тәүлек ғәмәлдә).

2021 йылдың 22 июненән был талап музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, театрҙар, кинотеатрҙар, концерт залдары, мәҙәниәт йорттары (һарайҙары) эшмәкәрлегенә, төнгө клубтарҙың эшенә (дискотекаларға), шулай уҡ ябыҡ биналарҙа күп кеше ҡатнашлығындағы физкультура һәм спорт сараларын уҙғарыуға ҡағыла.

2021 йылдың 29 июненән ошо талап йәмәғәт туҡланыуы өлкәһенә (10 һәм унан күберәк урындар), матурлыҡ салондары, косметик, СПА-салондар, массаж салондары, солярийҙар, мунсалар, сауналар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клубтар, бассейндар, шифахана-курорт ойошмалары, студент ятаҡтары эшмәкәрлегенә, шулай уҡ дөйөм ҡулланыуҙағы автотранспортта ҡала-ара пассажир ташыуға һәм «Орлан» ҡала яны поезы эшенә ҡағыла.

Юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға уҡырға инеү өсөн кәрәкле документтар ҡабул итеү, һынауҙар үткәреү, апелляциялар ҡарау дистанцион режимда ойошторола. 18 йәшкә тиклемгеләргә, вакцинация үтеү, прививка эшләтергә ярамау йәки ПЦР-анализдың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмәһе (сертификаты) булғандарға ғына килергә рөхсәт ителә.

https://www.bashinform.ru/news/1607556-radiy-khabirov-vnyes-izmeneniya-v-ukaz-o-rezhime-povyshennoy-gotovnosti/

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть