Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда дүрт малай ябыҡ типтағы махсус мәктәптән ҡасҡан

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда Туймазы районы полицияһы 16 июндә үҙ белдеге менән Серафимовка ябыҡ типтағы махсус мәктәбенән ҡасып киткән дүрт малайҙы эҙләй.

17 йәшлек Иван Игнаткиндың билдәләре: буйы – 165 сантиметр, 17 йәштәрҙә, уртаса кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, һары сәсле, күҙҙәре йәшкелт-зәңгәр, ҡарпыш ҡолаҡлы, йоҡа иренле.

Күк төҫтәге футболка, көрән шорты, күк кепка кейгән.

17 йәшлек Вадим Куфтериндың билдәләре: буйы – 175 сантиметр, 17 йәштәрҙә, уртаса кәүҙәле, оҙонса ҡуңыр йөҙлө, ҡыҫҡа ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле, ҡарпыш ҡолаҡлы, йоҡа иренле, ҡуйы ҡашлы.

Ул һоро футболка, ҡара трико кейгән.

15 йәшлек Алмаз Сәләховтың билдәләре: буйы – 165 сантиметр, 16 йәштәрҙә, уртаса кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, ҡара сәсле, ҡара күҙле.

Сейә төҫөндәге футболка, күк трико кейгән.

Билдәләре: уң битендә миң, һуҡыр эсәгенә операциянан һуң йөй бар.

15 йәшлек Илья Саликаев: буйы – 165 сантиметр, 16 йәштәрҙә, уртаса кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, ҡара сәсле, ҡарпыш ҡолаҡлы, ҡалын иренлы, ҡуйы ҡашлы.

Йәшел төҫтәге (хаки) футболка, шорты кейгән.

Махсус билдәләре: һул яҡта өҫкө ҡаҙыҡ теше  юҡ.

Уларҙың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙән 8 (34782) 7-20-97, 7-10-01, 279-39-02, 8-917-80-89-081 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/1607507-v-bashkirii-iz-spetsialnoy-shkoly-zakrytogo-tipa-sbezhali-vospitanniki/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть