Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала коронавирустан прививка яһатмаған студенттарҙы ятаҡҡа урынлаштырмайҙар

Йәмғиәт

Башҡортостанда студенттарҙы вакцинаһыҙ ятаҡҡа урынлаштырмайҙар. 18 июндә вакцинацияға арналған брифинг барышында БДМУ ректоры Валентин Павлов ошо турала белдерҙе.

Әлегә студенттар берләшмәһе араһында коронавирус менән ауырыу кимәле ғәҙәти, ләкин юғары уҡыу йорттарының ятаҡтарында сир сығанаҡтары барлыҡҡа килә башланы.

«Роспотребнадзор менән берлектә был сығанаҡтарҙы бөтөрәбеҙ», —  тине Павлов.

Студенттар, 18 йәше тулған граждандар булараҡ, прививка һалдырырға тейеш.

«Кисә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенең ректорҙар советы ҡарар сығарҙы – көндөҙгө уҡыуға прививкалы студенттар индерелә. Беренсе курс студенттарының бөтәһенә лә прививка яһала, вакцинаһыҙ ятаҡҡа индермәйбеҙ», —  тине БДМУ ректоры.

Абитуриенттарҙан документтар ғәҙәти тәртиптә ҡабул ителә, уларҙың күпселеге ситтән тороп ғариза бирә, тип билдәләне ул.

https://www.bashinform.ru/news/1607474-v-bashkirii-studentov-bez-vaktsiny-ne-zaselyat-v-obshchezhitiya/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть