Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡасан балалар өсөн коронавирустан вакцина барлыҡҡа киләсәген хәбәр итте

Йәмғиәт

Башҡортостан юлдаш телеканалында уҙған брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин балалар өсөн коронавирустан вакцинаның ҡасан барлыҡҡа киләсәген хәбәр итте.

«Хәҙерге ваҡытта балаларға коронавирустан вакцина юҡ. Булған препараттар 18 йәше тулмағандарға тәғәйенләнмәгән. Ләкин һынауҙар бара, сентябрҙә балалар өсөн дә вакцина барлыҡҡа килер тип көтөлә. Шулай уҡ йөклө һәм йөклөлөктө планлаштырған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакцинаны һынауҙар бара. Тәүҙе һөҙөмтәләр ҙә билдәле, ҡатын-ҡыҙ һәм ҡарындағы бала өсөн кире эҙемтәләре юҡ. Эксперттарҙан рәсми һығымталар һәм вакцинаны ҡулланыу инструкцияһына үҙгәрештәр индереүҙе көтәбеҙ», —  тине министр.

Алдан хәбәр ителгәнсә, илдә һәм Башҡортостанда 14 йәшкә тиклемге балалар араһында коронавирус йоҡторғандарҙың артыуы билдәләнә. Был күренеш 20 майҙан күҙәтелә.

https://www.bashinform.ru/news/1607409-minizdrav-bashkirii-soobshchil-kogda-poyavitsya-vaktsina-ot-koronavirusa-dlya-detey/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть