Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың һәр районында күсмә вакцинация пункттары асылыуы мөмкин

Йәмғиәт

Башҡортостандың һәр районында күсмә вакцинация пункттары аслыуы мөмкин. Әлеге ваҡытта күсмә бригадаларҙың матди-техник тәьминәте мәсьәләһе өйрәнелә.

Был турала 18 июндә уҙған иртәнге брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Коронавирус инфекцияһынан вакцинация пункттарын ойоштороу өсөн вакцинаны һаҡлау өсөн шарттар булдырыу мөһим.

«Спутник V» препараты өсөн һалҡын селтәрҙе үтәргә кәрәк – вакцина минус 18 градуста һаҡланырға тейеш», — тине Максим Забелин.

Ул шулай уҡ Өфөнөң һәм Стәрлетамаҡтың ҙур сауҙа үҙәктәрендә, поликлиникаларҙа вакцинация пункттарының эшләүен иҫкә төшөрҙө.

Күсмә вакцинация коллективтарҙа ла ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/1607391-v-kazhdom-rayone-bashkirii-mogut-poyavitsya-mobilnye-punkty-vaktsinatsii/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть