Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө урамдарында йәнә битлек режимы тураһында иҫкәрткән махсус автомобилдәр йөрөй

Йәмғиәт

Өфө урамдарында йәнә Граждандарҙы яҡлау идаралығының ҡала халҡын битлек режимын үтәү кәрәклеге тураһында иҫкәрткән махсус автомобилдәр күренде. Кисә машиналар Киров районында йөрөнө, тип хәбәр ителә баш ҡала мэрияһы сайтында.

Махсус транспорт, былтырғы кеүек, райондың барлыҡ урамдарында, шулай уҡ алыҫтағы биләмәләрҙә йөрөп сыға.

Муниципалитетта өфөләрҙе йәмәғәт урындарында битлек кейергә һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыралар.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 18 июндә республика властары мәҙәниәт, спорт, дөйөм туҡланыу учреждениеларында һәм йәмәғәт транспортында йөрөүҙең яңы ҡағиҙәләрен ентекләп яҙырға вәғәҙә бирҙе. 21 июндән Башҡортостанда йәмәғәт транспортында һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа битлек режимын үтәүгә контроль көсәйтелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала ҡағиҙә боҙғандарға штраф янай.

https://www.bashinform.ru/news/1607385-na-ulitsakh-ufy-vnov-zamecheny-spetsavtomobili-preduprezhdayushchie-o-masochnom-rezhime/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть