Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Фольклориада барышында республикала Аҡбуҙатҡа һәйкәл асыла

Мәҙәниәт

VI Бөтә донъя фольклориадаһы барышында Бөрйән районында Аҡбуҙатҡа һәйкәл асыла. 6 июлдә Йылҡысыҡҡан күле янында ойошторолған тантаналы сарала ошо көндәрҙә Көнсығыш фестиваль округында сығыш яһаған делегацияның бер өлөшө ҡатнаша (Әбйәлил, Бөрйән райондары, Учалы, Сибай, Белорет ҡалалары).

Республика ҡунаҡтары һәм тамашасылар өсөн башҡорт халҡының бай мәҙәни мираҫы, эпостары менән таныштырған ҡыҫҡа программа тәҡдим ителә. Тантана Роберт Юлдашевтың һәм «Ҡурайсы» төркөмөнөң концерты менән тамамлана.

Әлеге ваҡытта был – башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә берҙән-бер һәйкәл. Эпоста һүрәтләнгәнсә, толпар көмөшкә буялған, ҡеүәтле ҡанатлы, булат ҡылыслы. Һәйкәл Силәбе өлкәһенең Кәҫле заводында ҡойолған. Авторы — танылған башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошов. Һәйкәлдең бейеклеге биш, аттың бейеклеге – 3,5  метр.

«Аҡбуҙат» монументаль-скульптура композицияһы Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел, Йылҡысыҡҡан күле янында тора.

https://www.bashinform.ru/news/1607173-v-ramkakh-folkloriady-v-bashkirii-otkroyut-pamyatnik-krylatomu-konyu-akbuzatu/  

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть