Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле эпидемияға ҡаршы сараларҙы көсәйтергә әҙерләнәләр

Йәмғиәт

Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандарҙың артыуына бәйле эпидемияға ҡаршы сараларҙы көсәйтергә әҙерләнәләр.

17 июндә инфекцияның таралыуына юл ҡуймау буйынса республика оперштабы ултырышында баш санитар табип Анна Казак, Роспотребнадзор прогнозы буйынса, Рәсәйҙә сир йоҡтороуҙың яңы тулҡыны башланыуын хәбәр итте.

«Былтырғы кеүек, ауырыуҙарҙың күбәйеүе Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм башҡа ҙур ҡалаларҙан башлана, – тине Анна Казак. – Отпуск миҙгелен, мәктәп каникулдарын һәм карантин сараларының бер аҙ йомшарыуын иҫәпкә алып коронавирус инфекцияһының таралыу хәүефе күпкә арта».

Башҡортостан вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, республикала COVID-госпиталдәрҙең койка фонды сирлеләр менән тулған тиерлек.

«Өҫтәмә рәүештә коронавирус йоҡторғандар өсөн 250 койка асабыҙ, сиратта – республика дауаханаларында йәнә 250 урын, – тине Максим Забелин. – Табиптар йәнә бөтә көстәрҙе туплай».

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, әле төп маҡсат – коронавирустан прививка эшләтеү кәрәклеген аңлатыу.

«Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербургта сирлеләр һәм мәрхүмдәр һанының артыуы эпидемияның тамамланмауы тураһында һөйләй, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ бөтә санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлек сараларын үтәргә, йәмәғәт транспортында, магазинда, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа битлек кейергә, социаль аралыҡты һаҡларға тейешбеҙ. Ләкин быларҙың барыһы ла – пассив һаҡланыу саралары. Пандемияны еңеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы – вакцинация».

Республика етәксеһе тиҙ арала коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға эпидемияға ҡаршы сараларҙы көсәйтеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм бөгөн уларҙы штабтың киске ултырышында тикшерергә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/1607077-v-bashkirii-gotovyatsya-k-uzhestocheniyu-protivoepidemicheskikh-mer-v-svyazi-s-koronavirusom-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть