Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.09 ↑

EUR 87.31 ↓

27 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Табиптар көнөндә тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Йәмғиәт

Бөгөн Медицина хеҙмәткәре көнө алдынан Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы. Ул республиканың барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап, уларға Башҡортостан халҡының һаулығы өсөн үҙҙҙәрен аямай эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

«Ошо байрам көнөндә республикала йәшәүселәрҙән, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтан, шәхсән үҙемдән, һеҙҙең эшегеҙ, һөнәр һайлағанда ҡыйыулығығыҙ өсөн рәхмәт белдерергә кәрәк. Ул төплө белем, ә иң мөһиме, даими рәүештә үҙ-үҙеңде фиҙа ҡылыуҙы талап итә. Әлеге һөнәрҙе һайлап, һеҙ бөтә ғүмерегеҙ буйына граждандарыбыҙҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн алғы һыҙыҡта тораһығыҙ», — тине республика премьер-министры.

Андрей Назаров пандемия осоронда барлыҡ табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының мөһим ролен билдәләне.

«Уҙған йылдың коронавирус эпидемияһы менән бәйле ҡатмарлы осоро, быйыл да һеҙгә һөнәри һәм әхлаҡи яҡтан ҙур йөкләмә һала. Ләкин был йәнә бер тапҡыр Башҡортостанда юғары һөнәри сифаттарға эйә, рухи донъяһы бай булған иң яҡшы медицина хеҙмәткәрҙәренең эшләүен күрһәтә. Йыш ҡына рухи ярҙам күрһәтеү ҙә бик әһәмиәтле», — тине премьер-министр һәм Башҡортостан хөкүмәтенең артабан да тармаҡҡа һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәген әйтте.

«Республикала һаулыҡ һаҡлауҙың техник базаһын нығытыу, ул бөгөн кешелек алдында торған саҡырыуҙарға тап килһен, һеҙ заманса ҡорамалдар менән уңайлы шарттарҙа эшләһен өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ», — тип билдәләне Андрей Назаров.

https://www.bashinform.ru/news/1607085-v-bashkirii-v-den-medika-luchshie-rabotniki-otrasli-poluchili-gosnagrady-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть